Кемдә әҙиптәр менән төшкән фотолар бар?

Кемдә әҙиптәр менән төшкән фотолар бар?
Барыбыҙға ла мәғлүм: киләһе йыл Рәсәй Президенты Указы менән Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” гәзите яңы проекттар үткәреү маҡсаты менән яна. Иң тәүгеһе – күргәҙмә ойоштороу. Тик ул ябай түгел, ә үҙенсәлекле әҙәби мәлдәр сағылышы буласаҡ.
Гәзит уҡыусыларҙың шәхси альбомдарында Башҡортостан әҙиптәре менән төшкән фотолар, моғайын, барҙыр. Тап ана шул һүрәттәрҙе “Башҡортостан” гәзите ойошторған фотокүргәҙмәгә ебәрегеҙ. Бының өсөн фотоның ҡасан, ҡайҙа төшөрөлгәнен теркәп, үҙегеҙ хаҡындағы мәғлүмәтте күрһәтеп, беҙгә хат яҙығыҙ. Һүрәттәр хужаларына кире ҡайтарыласаҡ. Электрон варианттар ҙа ҡабул ителә. 
Иң уңышлы, иң ҡыҙыҡлыларына күргәҙмәлә урын биреләсәк. Бәлки, тап һеҙҙең һүрәт Әҙәбиәт йылында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы майҙанын биҙәр. Әлбиттә, үҙенсәлекле, һирәк осраған рәсемдәргә өҫтөнлөк биреләсәк. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙән ҡыҙыҡлы фотолар көтөп ҡалабыҙ!
Автор: Мөхәрририәт.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb