Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Күк Ирәндек буйында"
Карта учреждений и афиш
Среда, 30 октября 2013
"Күк Ирәндек буйында"
30 октябрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Миңзифа ИСКУЖИНА һәм Халыҡ-ара конкурстары лауреаты Марсель ҠОТОЕВТЫҢ “Күк Ирәндек буйында” исемле концерты буласаҡ. Тамашаның беренсе бүлеге башҡорт халыҡ йырҙарынан- оҙон көйҙәр, таҡмаҡтарҙан, икенсеһе - эстрада йырҙарынан торасаҡ. Концертта йәнтөйәк, тыуған ил, Ватан, һөйөү темаларына ҡағылышлы йырҙар яңғыраясаҡ. Йырсыларҙың сығышын БР-ың халыҡ ҡоралдары милли оркестры оҙатып барасаҡ.
Миңзифа Исҡужинаның күңелен йыр-моң бала-саҡтан әсир итә. Йырсы булыу теләге менән янған бәләкәй ҡыҙҙың хыялы тормошҡа аша. Бөгөн ул - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы, популяр “Далан” фольклор-эстрада төркөмө солисткаһы.
Билдәле йырсы Өфө сәнғәт училищеһында, унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Студент йылдарында уҡ төрлө концерттарҙа ҡатнашып йөрөй. Профессиональ белем алғас, Миңзифа Искужина Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Ун йылдан ашыу мәҙәни усаҡта ижад итә. Моңло тауышы, халыҡсан йырҙары менән тамашасының күңелен әсир итә ул.
Тамашаның икенсе сағыу йондоҙо Марсель ҠОТОЕВ һәләтле йәш артистарҙың береһе. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Далан” “Каруанһарай”, “Йәдкәр” фольклор-эстрада төркөмөндәрендә эшләй.
Коллективтар менән репсублика ауыл-ҡалаларында гастроль концерттары менән сығыш яһап йөрөй. Марсель Ҡотоев “Урал моңо” халыҡ-ара конкурсында Гран-при, “Гәлсәр һандуғас” телевизион фестивале лауреаты исемдәренә лайыҡ. Юғары башҡарыу оҫталығына эйә булған йырсының репертуары башҡорт халыҡ, эстрада йырҙарынан тора.
Шулай итеп, башҡорт эстрадаһының һандуғастары Миңзифа ИСҠУЖИНА һәм Марсель ҠОТОЕВ тәҡдим иткән яратҡан йырҙарға бай “Күк Ирәндек буйында” исемле күркәм тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана