Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күңелдә сыңлаған йырҙар
Карта учреждений и афиш
Вторник, 06 августа 2013
Күңелдә сыңлаған йырҙар
Тәҙрәңә төшкән ай нурҙары
Һағыныу сәләмемде илтһәсе,
Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып,
Күңелеңдә сыңлап үтһәсе...
“Төнгө серенада” йыры һәммәбеҙгә лә яҡшы таныш. Мөхәббәткә мәҙхиә булып ижад ителгән ошо әҫәрҙең сихри моңонда тирбәлеп нисәмә быуын үҫте. Уның авторы — Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Абрар Ғабдрахманов — милли сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес.
Абрар Хаҡ улын тәбиғәте менән баҫалҡы кеше, тиҙәр. Бихисап йырҙар ижад итһә лә, маһайыу, шапырыныу уның өсөн ят күренеш. Ә шулай ҙа композиторҙың ижады күптән ентекле өйрәнеүҙе талап итә ине.
Шуғалыр ҙа З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә урыҫ һәм башҡорт телдәрендә “Таңдағы йыр” (“Песня на заре”) китабының сығыуын күптәр йылы ҡабул итте. Был хеҙмәт композитор Абрар Ғабдрахмановтың тормошо һәм ижадына арналған.
Баҫма ике өлөштән тора. Тәүгеһендә халыҡ артисының биографияһына, әҫәрҙәренең жанрына иғтибар бирелгән. Ҡайһы йырҙың тыуыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын арттыра ғына.
Мәҫәлән, “Таңдағы йыр” романсын (Рәми Ғарипов һүҙҙәре) күптәр Абрар Ғабдрахмановтың башланғыс ижадындағы иң уңышлы әҫәр тип атай. Музыка белгестәре иһә уны башҡорт вокаль музыкаһының шедевры тип тә нарыҡланы. Ысынлап та, был иҫ китмәле әҫәр Флүрә Килдейәрова башҡарыуында бик күп мәҙәни сараларҙы йәмләй, радио тулҡындары аша һәр кемдең өйөн нурландыра.
Ошо йырҙың тарихы хаҡында ла китапта яҙылған. “Таңдағы йыр”ҙың премьераһы Башҡорт дәүләт университетында булған икән. Уны тәү башлап Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нажиә Аллаярова башҡарған, ә скрипкала йырсының тормош иптәше Абрар Ғабдрахманов уйнаған. Яңы тыуған йырҙы ишетеү өсөн тамашаға Рәми Ғарипов та килгән. Халыҡ шағиры был сығышты күҙ йәшен тыя алмай ҡараған икән.
Ғөмүмән, Нажиә Аллаярова менән Абрар Ғабдрахмановтың ижади союзы башҡорт йыр сәнғәтен бермә-бер байытты.
Абрар Хаҡ улы заманында республика матбуғаты менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. Башҡортостандағы мәҙәни тормошҡа бәйле уй-фекерен гәзит-журналдарҙа еткерә килде. Китаптың икенсе өлөшөндә композиторҙың донъя күргән мәҡәләләре урын алған. Ошо китапты әҙерләү йәһәтенән уның төҙөүсеһе Айгөл Вахитова күп көс һалған. Ул композиторҙың әҫәрҙәре хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе һәм башҡа бүлектәрҙе аңлайышлы тел менән яҙып биргән. “Таңдағы йыр” ғилми-популяр китабы милли музыка сәнғәте тарихының яңы биттәрен асҡан тип икеләнмәй әйтергә була.
Абрар Ғабдрахмановтың йырҙары һәр саҡ күңелдәрҙә сыңлап тора. “Таңдағы йыр” китабы ла уҡыусыларҙы серле моң донъяһына илтәсәгенә шигем юҡ.
Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана