Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күңелдәрҙе балҡытыр "Театр төнө"
Карта учреждений и афиш
Четверг, 12 сентября 2013
Күңелдәрҙе балҡытыр "Театр төнө"
Бөгөн — "Театр төнө"ндә — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, шаршауҙы ғәҙәттәгенән киңерәк асып, тамашасыны сәхнәнең ул күрмәгән яғына, йәғни мөғжизә һәм сер тулы ысын театр донъяһына әйҙәйәсәк. Ә Театр — тотошлайы менән ғәжәйеп бер тылсым иле! Ошо тылсым күптәрҙе үҙенә арбай, әсир итә. 12 сентябрь төнө театр һөйөүселәргә был серле донъяға яҡынданыраҡ бағыу мөмкинлеге бар.
Тамашасы был кистә бер нисә майҙанда бер юлы әллә күпме мауыҡтырғыс тамаша ҡарай ала. Театр афишаларында программа күрһәтеләсәк, әлбиттә, ә нисек итеп, ҡырҡҡа ярылмай ғына, бер юлы бер нисә майҙанда барған сараларҙа ҡатнашып йә уларҙы күреп өлгөрөргә? Мәсьәләне хәл итеү тамашасының үҙенә ҡала.
Иң башта "Буратино" әкиәтенең геройҙары театр майҙанында йыйылған халыҡҡа ул-былды аңлатҡансы, бәләкәйҙәр "Юл ҡағиҙәләре — беҙҙең дуҫтар" һәм "Ут — уйынсыҡ түгел" интерактив әкиәтен ҡарай ала. Ҡарау ғына түгел, спектаклдә ҡатнашырға ла мөмкин.
Балалар тигәндән... Ата-әсәләр һәм балалар, һөйөнсө! Быйылдан театрыбыҙ янында Балалар студияһы эшләй башлай. Ошо төндә киләсәктә артист булырға хыялланған һәм театрҙы бик-бик яратҡан бәләкәй дуҫтарыбыҙҙы ата-әсәләре ошонда уҡ студияға яҙҙыра ала. Бындай ҙа шәп мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Тағы ла иң ҡыҙығы шул: грим бүлмәләре эшләйәсәк, унда һәр кем кереп, үҙенә грим һалып, сәхнә париктарын кейеп (эй, ирмәк инде!), һаҡал-мыйыҡ йәбештереп ҡарай ала. Яратҡан геройҙарыңдың костюмдарын кейеп, үлсәп ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ.
Тағымы? Таланттар был төндә, уйнап ҡына, сәнғәт академияһының "театр бүлеге"нә инеү буйынса "имтихан" биреп ҡарай ала, рифмалар табып, шиғриәт конкурсында, ғөмүмән, театр төнөнөң башҡа әллә күпме интерактив программаһында ихлас ҡатнаша ала. Ул фотокүргәҙмә, сәхнә реквизиттары күргәҙмәһе, театр музейы, оркестр концерты тиһеңме — барыһы ла театрыбыҙҙың ҡәҙерле дуҫтары һәм ҡунаҡтары өсөн! Тамашасының яратҡан урыны — "Театр буфеты" ла телеңде йоторлоҡ ризыҡ, махсус меню, конкурстар, ҡыҫҡаһы, бихисап сюрприз әҙерләй.
Был төндә тамашасыға сәхнә артына үтеү рөхсәт ителә, тимәк, һаҡ ҡына репетиция залына ла күҙ һалыу мөмкин булыр. Бында — артистарҙың асыҡ репетицияһында — Әлфис Ғаязовтың "Яңғыҙҙар ташы" пьесаһы уҡыласаҡ.
"Театрҙар төнө"нөң тамашасы өсөн тағы бер яңылығы — З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһында Башҡорт академия театры өсөн махсус уҡытылған курстың спектакле. Һәм... барыһы ла тап төн уртаһында "Эксперимент" менән тамамлана. Бәләкәй сәхнәлә В. Красногоровтың "Аяуһыҙ һабаҡ" пьесаһы буйынса йәш артистар ҡатнашлығында спектакль уйналасаҡ.
Шулай итеп, был төндә шартлы "дүртенсе стена" юҡҡа сыға! Бындай мөғжизәле күренешкә тик тылсымлы "Театр төнө"ндә генә юлығырға мөмкин! Тик фотоаппараттарығыҙҙы алырға онотмағыҙ!
Автор: Рәмилә ЙӘҺҮҘИНА.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана