"Көндәлек" финалға сыҡты

"Көндәлек" финалға сыҡты
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Көндәлек” тапшырыуы журналистарҙың “Көмөш ҡауырһын-2013” ХII Халыҡ-ара асыҡ ижади конкурсында финалға сыҡты. 
Программаның авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева Ҡырымға тантанаға саҡырылды. “Көндәлек” Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ни бары икенсе миҙгел генә дауам итә, шулай ҙа ул иң популяр проекттарҙың береһенә әүерелде. 
— Тапшырыу башҡорт теле дәресен хәтерләтә. Унда уҡыусылар — һөнәр эйәләре контроль эш яҙа. Алып барыусы Фәрхәт Ғәйнетдинов уҡытыусы бурысын башҡара. Дәрестә ҡатнашыусылар республиканың мәҙәниәте һәм тарихы буйынса тест һорауҙарына яуап бирә. Тапшырыуҙар район, ҡалаларҙа төшөрөлә. Үҙенсәлекле бәйгелә теге йәки был райондағы танылған шәхестәр “класташтарына” ярҙам итә, — ти Рәшиҙә Мәһәҙиева. 
“Көмөш ҡауырһын” конкурсында быйыл 13 ил — Әрмәнстан, Белоруссия, Грузия, Испания, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Польша, Рәсәй, АҠШ, Үзбәкстан, Украина һәм Эстония — журналистары ҡатнашты. Жюри 700-гә яҡын эштең 80-ен һайлап алған. 
Автор: А. ХӘЛИЛОВ.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb