Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Лампочкалар» өсөн ҙур бүләк
Понедельник, 15 июля 2013
«Лампочкалар» өсөн ҙур бүләк
«Сид һәм Нэнси», «Урманға», «Күпме», «Өс юл» - ошондай үҙенсәлекле йырҙары менән Рәсәй рок-музыкаһында лайыҡлы урында торған «LUMEN» төркөмө быйыл февраль айында үҙенең 15 йыллығын билдәләне.
Төркөмдөң лидеры Рөстәм «Тэм» Булатов һәм уның иптәштәре баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә тыуып үҫкән. Альтернатив рок йүнәлешендәге «LUMEN»дың йырҙары үҙенең заманаға ярашлы киҫкен социаль темаларға ҡурҡмай яҙылған текстары, энергиялы гитаралы драйвы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Шуныһы ҡыҙыҡ – төркөмдөң исеме латинсанан «яҡтылыҡ» тигәнде аңлата һәм «LUMEN» ижадын һөйөүселәр үҙҙәрен «лампочкалар» тип атай.
Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «LUMEN - Өфөлә барлыҡҡа килгән рок-музыка» исеме аҫтында библиографик күрһәтмә-дайджест сығарҙы. Ул ике өлөштән тора. Беренсе өлөш «Төркөмдөң тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында» тип атала һәм үҙенә «Журнал-гәзиттәрҙән мәҡәләләр», «Интернет ресурстарынан мәҡәләләр» бүлектәрен индерә һәм унда матбуғатта һәм виртуаль донъяла сыҡҡан иң ҡыҙыҡлы һәм актуаль мәғлүмәт тупланған.
Дайджесттың икенсе өлөшө «Төркөмдөң ижады» тип исемләнгән. Ул өс өлөштән - «Шиғырҙар», «Музыкаль альбомдар», «Видеоклиптар»ҙан тора һәм унда төркөмдөң ижады тулы кимәлдә күрһәтелгән.
Был электрон библиографик күрһәтмә-дайджест гипертектслы документ һанала һәм унда бер өлөштән икенсеһенә гиперһылтанмалар аша күсергә һәм интернетта эҙләүгә мөмкинлек бирә. Яңы проект рок-музыка һөйөүселәргә, заманса шиғриәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға оло бүләк.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана