Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте
Быйыл милли мәҙәниәтебеҙ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур көс һалған мәшһүр сәхнә оҫтаһы Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо уңайҙан 23 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хөсәйен Илдархан улының яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе булды. Кисәлә артистың сәхнәләштәре - өлкән быуын артистары, шулай уҡ йәштәр, Татарстан Республикаһы театр йәмәғәтселеге вәкилдәре, республикабыҙ театрҙары сәхнә оҫталары, яҙыусылар, Х.И. Ҡудашевтың яҡташтары, балалары ҡатнашты. Хәтер кисәһендә спектаклдәрҙән өҙөктәр, йырҙар яңғыраны.
Автор: Рәмилә Йәһүҙинә

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb