Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре
Кисә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Һылыуҡай - 2014» республика гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры үтте. Өс тиҫтәләп конкурсант араһынан 12 сибәркәй финалға үтте.
Республика төбәктәренән килгән һылыуҡайҙар ике турҙа һынау тотто. Һайлап алыу туры, ғәҙәттәгесә, визитка, дефиле һәм һорауҙарға тапҡыр яуап бирә белеүгә ҡоролдо. Саф башҡорт телендә аралашыу конкурсанттар өсөн төп талаптарҙың береһе.
Быйыл һайлап алыу турында 28 конкурсант ҡатнашты. Финалға 12 һылыуҡай сыҡты. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы студенты Камилә Биҡҡолова бәйгегә конкурстан тыш үтте. Был хоҡуҡты ул «Мәскәү һылыуҡайы» конкурсындағы еңеүе аша яуланы.
Бәйгелә был юлы Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Ғафури райондары, Өфө, Учалы, Сибай, Мәләүез, Магнитогорск, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары ҡыҙҙары ҡатнаша. Һәр йылдағыса конкурс "Һылыуҡай көндәлеге" аша яҡтыртыласаҡ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми сайты аша интернет тауыш биреү ойоштороласаҡ. Һәр хәлдә, «Һылыуҡай» проекты етәкселәре матурлыҡ бәйгеһе онотолмаҫ гүзәллек байрамына әйләнәсәк, тип вәғәҙәләй.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb