Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға" мюзиклының премьераһы көтөлә
Карта учреждений и афиш
Пятница, 22 ноября 2013
"Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға" мюзиклының премьераһы көтөлә
22, 23 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Таңсулпан Ғарипова пьесаһы буйынса «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклының премьераһы була. Спектаклдең режиссеры - Олег Ханов. Музыка авторы - Урал Иҙелбаев. Рәссамы - Альберт Нестеров. Хореографы - Сулпан Асҡарова.
«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы ғәжәйеп үҙенсәлекле сәхнә күренеше: унда башҡорт халыҡ йолалары менән хәҙерге заман драматургияһы, музыка, йыр, хореография сәнғәтенең традициялары бер- береһенә эҙмә-эҙлекле үрелеп бара.
Спектаклдә милли колорит бик сағыу бирелә. Уның идея композицияһы башҡорт халыҡ эпосы “Ҡара юрға”ның сюжетына нигеҙләнгән. Мюзиклда әҙәм йәнле хайуан - Ҡара юрғаның кешеләрҙең бәхете хаҡына ҡылған изгелектәре һүрәтләнә, бында героик әкиәт, социаль-көнкүреш мотивтары, героизм темаһы, хыянат, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡ күренә.
Пьесаның йөкмәткеһе сәхнәлә кәүҙәләнеш тапҡанда мифик әҫәрҙең сюжет линияһы менән башҡорттарҙың боронғо фәлсәфәүи-гуманистик ҡараштары режиссер тарафынан бик нескә һәм ҙур оҫталыҡ менән кәүҙәләндерелә һәм шуға ла спектакль “сәнғәттә дөйөм кешелек ҡиммәттәре” темаһына ауаздаш.
Театрҙың сираттағы премьераһы сағыу һәм романтик, күңелгә үтеп инерлек, моңло спектакль. Тамашасы уны, башынан аҙағынса бер тында ҡарап, еңел рәхәтлек тоясаҡ. “Тере” тауыштар, актерҙарҙың оҫта уйыны, зауыҡлы сәхнә костюмдары, заманса биҙәлеш - быларҙың барыһы ла тамашасыға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итәсәк.
Ни генә тимә, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы ҙур күләмле һәм сағыу сәхнә әҫәре!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана