Милли музейҙа яңы күргәҙмә асыла

Милли музейҙа яңы күргәҙмә асыла
27 ноябрь Милли музейҙа Никас Сафроновтың шәхси күргәҙмәһе асыла. Автор үҙе лә был сарала ҡатнашасаҡ.
16.00 сәғәттә матбуғат конференцияһы үтәсәк, Никас Сафронов журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Никас Сафронов – донъя кимәлендә танылған рәссам. Уның эштәре күбеһенсә шәхси ҡулдарҙа һаҡлана. Уның картиналары Софи Лорен, Ален Делон, Жан-Поль Бельмондо, Пьер Карден, Дайана Росс, Монтсеррат Кабалье, Мадонна, Михаил Горбачев, Никита Михалков кеүек йондоҙҙарҙың йорттарын биҙәй.
Өфө тамашасыһына рәссамдың төрлө жанрҙарҙа яҙылған 60 яҡын эше тәҡдим ителәсәк. 

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb