Милли симфоник оркестр асыҡ һауала бушлай концерт бирә

Милли симфоник оркестр асыҡ һауала бушлай концерт бирә
5 сентябрь Республиканың Милли симфоник оркесты асыҡ һауала «Башҡортостанда тыуғандар» тип аталған концерт программаһы менән сығыш яһай. Әйткәндәй, был проект республика Президентының 15 миллионлыҡ грантына лайыҡ булды.
Концерт Конгресс-холл янындағы майҙанда үтәсәк. Унда билдәле музыканттар – Олег Кирәев, Роберт Юлдашев, Әлфиә Кәримова, Илһам Вәлиев, Владислав Мортазин, Сыңғыҙ һәм Искәндәр Ханнановтар сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Ольга Даукаева етәкселегендәге балет труппаһы ла концертта ҡатнаша. Тамаша 20.00 сәғәттә башлана.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb