Моңло башҡорт фильмы төшөрөлә!

Моңло башҡорт фильмы төшөрөлә!
Сентябрҙә Әбйәлил районында «Башҡорт легендалары – йырҙарҙа» музыкаль проектын төшөрөү старт алғайны. Республика өсөн кинематография өлкәһендә мөһим ижади проект булараҡ, был фильм «Р.И.Продакшн» ойошмаһының эксперт комиссияһы тарафынан Башҡортостан Президентының 2 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Фильмдың продюсеры – Рияз Исхаҡов, режиссер-ҡуйыусы – Айсыуаҡ Йомағолов, музыкаль продюсер – Марат Фәйзуллин. 
Сама менән 40 – 60 минутлыҡ проекттың төшөрөү эштәре бөгөн тамамланыу өҫтөндә. Айсыуаҡ Йомағолов әйтеүенсә, ул башҡорттарҙың боронғо йырҙарына һәм легендаларына ҡоролған музыкаль фильм буласаҡ. Йәғни үҙенсәлекле «ваҡыт машинаһы» ярҙамында үткән дәүерҙәргә сәйәхәт ҡылырға, уҙған быуатта йәшәгән халыҡтың көнкүрешен, кейемдәрен ап-асыҡ күрергә, уларҙың ниндәй хәстәр, уй-маҡсат менән йәшәүен, фәлсәфәһен аңларға тейеш тамашасы. 
Кино төшөрөү еңел эш түгел, әлбиттә. Картина нигеҙендә туғыҙ башҡорт халыҡ йыры ята, әлегә уларҙың атамалары сер итеп тотола. Һәр йырҙың үҙ легендаһы бар. Башҡорт фольклоры, тарихы киноға күсеп, яңы төҫтәр менән сағыуланып, яңы кисерештәр тыуҙыра. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының бер нисә актеры, актерлыҡ бүлегендә белем алған студенттар, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәренән тыш, фильмда ҡатнашыусыларҙың күбеһе – ғәҙәти кешеләр – Әбйәлил районының Ташбулат ауыл биләмәһе халҡы. 
Матур урындарға бай тәбиғәтле Яҡтыкүл, Ҡарабалыҡты буйҙары, Ҡырҡты тауы итәгендә урындағы асыҡ күңелле, ихлас кешеләр менән эшләүе еңел булды, ти фильмды төшөрөүселәр. Ә бына уҡтан атҡан һәм һыбай йөрөй белгән ҡыҙҙарҙы табыуы ауыр булған. Атта оҫта сабыусыларҙы эҙләп, Өфөнөң барлыҡ ат-спорт клубтарын, секцияларын урап сыҡҡандар. «Тик тышҡы йөҙө менән славяндарға тартым ҡатын-ҡыҙҙарҙан баш тартырға тура килде. Был мәсьәләне дублерҙар ярҙамында хәл итә алдыҡ», – ти Рияз Исхаҡов. Шулай уҡ режиссер һәм продюсерҙарға кейеҙ тирмәләр, мыйыҡ-һаҡаллы ир-атты эҙләүгә апаруҡ ваҡыт талап ителгән.
«Башҡорт легенда­ла­ры – йырҙарҙа» фильмы 20 – 30 декабрҙә «Родина» кинотеатрында күрһәтеләсәк. Артабан ул Чехиялағы махсуслаштырылған музыкаль фильм­дар фестивалендә ҡатнашасаҡ.
Автор: Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb