Кендек ҡушаматлы ир баланың яҙмыш тарихы..Ул 1919 йылдан башлана. Әммә илебеҙ тарихынан айырылғыһыҙ. Халыҡсан тел һәм кинәйәле һүҙҙәр, характерлы образдар аша яҙылған әҫәрҙе рус теленә шағирҙың улы Ильгиз Кәримов тәржемә иткән. Хәл-ваҡиғалаҙы сәхнәлә әҙип ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Ҡорбанғәлиев бәйән итә. Ҡуйыусы -режиссер әҫәрҙе сәхнәләштергәндә ҡыҙыҡлы деталдәр ҡулланған, геройҙар араһындағы хәл-ваҡиғаларҙы ихлас һәм хисле мөнөсәбәттәр аша күрһәтеүгә ирешкән.
Мәсәлим Күлбаев, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ҡуйыусы-режиссер: “Мостай Кәримдең иң төп китабының тексы иҫ киткес, әҫәрҙе сәхнәләштереү яуаплы һәм тулҡынландырғыс. Һүҙ оҫтаһының йөҙ йыллығын Екатеринбургта үткәрергә беҙҙең театрҙы саҡырған Свердловск өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайына рәхмәтлебеҙ”.
Спектаклгә ике труппанан 25 артист йәлеп ителгән. Башҡорт ауылында барған хәл -ваҡиғаларҙа бәләкәй Кендектең донъяға ҡарашы формалаша. Халыҡтың рухи донъяһы асыла. Ижади коллектив "Реаль театр" фестивалендә тәүге сынығыу алһа, бөгөн иһә ут күршеләребеҙҙә яңы премьераны уйнаны.
Альбина Кашанова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Бындай срашыуҙар милләттәштәребеҙ араһында луҫлыҡ күперен нығыта, туғанлыҡ ептәрен, бер-беребеҙгә ҡәрҙәш икәнлегебеҙҙе иҫбатлай”.
Нәфисә Төмәнцева, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе: “Ҡалабыҙға милли йәштәр театры килеүе ҙур байрам. Беҙ уларҙы бик оҙаҡ көттөк һәм түҙемһеҙләнеп ҡаршы алдыҡ”.
Аҡыл эйәһе, философ, ысын мәғәнәһендә йыһан илсеһе Мостай Кәрим. Уның " Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре беҙҙең һәр кемебеҙҙә күңелендәге саф һәм мөғжизәгә ышанған баланы юғалтмаҫҡа, ниндәй генә тормош даръяларында ла кеше булып ҡалырға саҡыра.Ҙур сәхнәнән ижади коллективҡа Свердловск өлкәһе мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты тапшырылды һәм бындай осрашыуҙар дауамлы булһын тигән теләктәр еткерелде.
Авторҙар: Гүзәл Борханова, Нурия Иҡсанова