Новогодний календарь 2025-2026
Афиша
Новости
Спецпроекты
Редакция
Культура онлайн
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Музейға төлкө "эйәләгән"
Среда, 09 октября 2013
Музейға төлкө "эйәләгән"
Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Башлыса был йортта әҙәби-мәҙәни саралар үткәрелә. Был юлы иһә экскурсияға килеүселәр Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының ни тиклем хозур икәнлегенә инана ала.
— Республикабыҙҙа иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында беҙ ҙә төрлө саралар үткәреп торабыҙ, — ти ҡурсаулыҡтың экология бүлеге методисы Марат Бәхтийәров. — Тәбиғәтебеҙҙең байлығына хайран ҡалырлыҡ. Әгәр ҙә кешеләр ошо күргәҙмә менән танышһа, бәлки, йәнтөйәгебеҙгә һаҡсылыраҡ булыр тигән өмөттәбеҙ.
Үҙенсәлекле күргәҙмәне мәктәп уҡыусылары оҡшатып та өлгөргән. Шулай булмай ни! Беҙ телевизорҙан йә иһә китаптарҙан ғына күргән кейектәр, ҡоштар менән ошонда танышырға була. Төлкө, бүре, һыуһар, тейен, бурһыҡ, өйрәк, һуйыр, өкө һәм башҡаларҙың һөлдәһе лә урын алған.
Белорет районында, өлөшләтә Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы — Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл мөйөштәренең береһе. Унда һирәк осрай торған үләндәр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡурсаулыҡтағы һигеҙ төр үҫемлек Рәсәйҙең, ә инде 62 төрө республикабыҙҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Хайуандар донъяһы ла бай ғына: 260 төр кейек, 189 төр ҡош-ҡорт иҫәпләнә.
Тәбиғәт ҡурсаулығының экологик-ағартыу эшмәкәрлеген дә айырым баһалап үтергә кәрәктер. Мәктәп уҡыусылары өсөн унда мауыҡтырғыс экскурсиялар ойошторола, төрлө акциялар үткәрелеп тора. Шуның менән дә “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Автор: А. АБҘАҠОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Новогодний календарь 2025-2026
Афиша
Новости
Спецпроекты
Редакция
Культура онлайн
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана