Мәсеттә... ҡунаҡхана һәм фонтан

Мәсеттә... ҡунаҡхана һәм фонтан
Өфөнөң Туҡай урамындағы Беренсе йәмиғ мәсете яңыртыла. Уның колонналары һәм диуарҙары аҡ төҫкә буяла, ишек алды реконструкциялана, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Киров районы хакимиәтендәге мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. 
Шулай уҡ мәсетте уратып алған биләмәлә ҙур төҙөкләндереү эштәре бара. Проектҡа ярашлы, иман йорто эргәһендә ултырып ял итер өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, фонтан эшләйәсәк. 
Айырым торған өс ҡатлы бинала 10–15 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана урынлашасаҡ, шулай уҡ ризыҡланыу һәм тәһәрәтләнеү бүлмәләре булдырыу ҡаралған. Ошонда уҡ мосолман әҙәбиәте һәм сувенирҙар һата торған кибет урынлашасаҡ. 
Төҙөлөш менән бер нисә ойошма мәшғүл. Эштәр быйыл сентябрь – октябрҙә тамамланыр тип көтөлә.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb