Мәскәүҙә тәүге тапҡыр башҡорт ҡыҙҙары араһында «Һылыуҡай» конкурсы үтте

Мәскәүҙә тәүге тапҡыр башҡорт ҡыҙҙары араһында «Һылыуҡай» конкурсы үтте
Конкурстың ойоштороусылары – БР-ҙың РФ Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, «Башҡортостан» телерадикомпанияһы, БР-ҙың Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы студенттар һәм аспиранттар ассоцияцияһы һәм «Һомай» театры.
Конкурста ете һылыуҡай ҡатнашты. Ҡыҙҙар барыһы ла Башҡортостандан һәм әлеге көндә Мәскәүҙә юғары белем алалар. Конкурс барышында ҡыҙҙар үҙҙәрен бар яҡлап күрһәттеләр: үҙҙәре тураһында һөйләнеләр, рәсми һәм милли кейемдәрҙә сығыш яһанылар, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәттеләр.
Иң ҙур дәрәжә – Гран-приға – П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы студенткаһы Камила Биҡҡолова лайыҡ булды. Камила «Һылыуҡай - 2014» республика гүзәллек бәйгеһендә Мәскәү ҡалаһы исеменән сығыш яһау хоҡуғын алды.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb