Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мәҙәниәт йылын аса
Пятница, 21 февраля 2014
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мәҙәниәт йылын аса
22 февраль көнө сираттағы премьераһы - Игорь Герман пьесаһы буйынса «Ғәфү ит мине!» спектакле менән Башҡорт дәүләт академия драма театры рәсми рәүештә Мәҙәниәт йылын аса. Спектаклдең режиссеры - Олег Ханов, рәссамы -Альберт Нестеров, композиторы – Ләйсән Шәрипова. Спектаклдә Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Алһыу Ғәлина - Ғафарова, Ирек Булатов, Милена Сираева, Зилиә Хәлилова, Лилиә Ғәлина ҡатнаша.
Мәҙәниәт йылын ошо спектакль менән асыу символик мәғәнәгә лә эйә: мелодрама йәмғиәттә кешеләрҙең үҙ-ара аралашыуы, бер-береһе менән, иң мөһиме, яҡындары, балалары, һөйгән йәрҙәре менән аралашыу мәҙәниәте, тимәк, йәшәү мәҙәниәте, тормош матурлығы, ғүмер асылы хаҡында.
Мәҙәниәт йылында театрҙа бик күп саралар үтәсәк. Туған телгә, сәнғәткә һөйөү, күңелдә рух тәрбиәләгән, театр сәнғәтен пропагандалауға, тамашасылар һанын арттырыуға йүнәлтелгән бай йөмәткеле саралар төрлө быуын тамашасылары өсөн буласаҡ.
Спектакллдәр уйнау менән бер рәттән, фестивалдәрҙә ҡатнашыу, гастролдәр ойоштороу, «Самрау» Балалар студияһының эш һөҙөмтәләрен күрһәтеү, мәктәп, уҡытыу-тәрбиә учреждениелары менән берлектә эштәр алып барыу, район, ауыл һәм ҡалаларҙа ижади осрашыуҙар - барыһы ла буласаҡ Мәҙәниәт йылында.
Кемдәрҙеңдер шаярыу ҡатыш: « Театрҙың 95 йыллыҡ юбилей йылында Мәҙәниәт йылы иғлан ителгәнме, әллә Мәҙәниәт йылында театрҙың 95 йыллығы билдәләнәме?» тигән һорауына: был бәхетле тап килеү, тип яуапларға ғына ҡала. Ә бәхетленең ҡунағы бер көндә, тиҙәр... Шулай итеп, Мәҙәниәт йылы – ваҡиғалары театрҙың юбилей байрамына әҙерлек менән дә үрелеп барасаҡ һәм театрҙың декабрь айындағы юбилей тантанаһы - Мәҙәниәт йылының иң сағыу ваҡиғаһы булып тарихта ҡаласаҡ.
Сығанаҡ: БДАДТ сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана