Мәҙәниәт — йәшәйештең нигеҙе

Мәҙәниәт — йәшәйештең нигеҙе
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы барлыҡҡа килеүгә — 60 йыл. Ошо уңайҙан Өфөнөң Конгресс-холында ведомствоның киңәйтелгән коллегия ултырышы уҙғарылды. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап, юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
— Һис шикһеҙ, мәҙәниәт — йәшәйештең нигеҙе, — тине Рөстәм Зәки улы. — Шулай ҙа бөгөн уның әһәмиәте тейешенсә баһаланмаған тип иҫәпләйем. Беҙгә хәҙерҙән Мәҙәниәт министрлығы эшмәкәрлегенең төп маҡсаттарын билдәләргә кәрәк. Уҙғарылған концерттарҙың, һатылған билеттарҙың, атҡаҙанған артистарҙың иҫәбе беҙҙең өсөн үҙмаҡсат булып тормай. Министрлыҡтың төп маҡсаты — йәмғиәтте мәҙәни ваҡиғаларҙы бар тулылығында ҡабул итергә өйрәтеү.
Мәғлүм булыуынса, уҙған йылда Башҡортостан Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә республикала мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүлгәйне. Был сарала Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, беҙҙә артабан да мәҙәниәткә иғтибар артасаҡ. Киләһе йылда ошо өлкәгә 5,5 миллиард һум, йәғни 2013 йыл менән сағыштырғанда 26 процентҡа күберәк аҡса йүнәлтеләсәк. 
Иҫтәлекле ваҡиға уңайынан Рөстәм Хәмитов мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Танылған йырсы Шамил Хәмәҙинуров — “Башҡортостандың халыҡ артисы”, Мәскәү дәүләт академия филармонияһының солисы Артур Нәзиуллин һәм Швейцарияның Юғары музыка мәктәбе студенты Сыңғыҙ Ханнанов “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Рәссам Салауат Ғиләжетдиновтың да хеҙмәте баһаланды, уға “Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы” тигән исем бирелде. Валерий Байков, Эльвира Ласкова, Гүзәл Мәрҙәнова, Рауил Ниғмәтйәнов һәм Римма Тимофеева иһә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тип танылды. “Башҡортостан” гәзите редакцияһының тырышлығы ла был сарала лайыҡлы баһаланды. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ваҡиғаларҙы тулы кимәлдә яҡтыртҡаны өсөн гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Нияз Сәлимов Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Автор: А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb