Мәңгелек биҙәктәр

Мәңгелек биҙәктәр
Өфөләге халыҡ кәсептәре художество предприятиеһы оҫталары аҫыл таштарҙан төрлө сувенирҙар, картиналар эшләй. Ижад емештәре өсөн материал Урал тауҙарынан килтерелә. Күберәк йәшмә ҡулланыла.
Урал тауҙарының аҫыл таштарына йән өрөү инде һәр оҫтаның ижади ҡеүәһенән тора. Тәғәйен эш өсөн һайлап алынған таш тәүҙә йыуылып бәләкәй киҫәктәргә бүленә. Артабан инде әҙер пластинкалар һүрәттәрҙең формаһына һалып ҡырҡыла. Шунан һуң ғына төҫтәрҙе һайлау башлана.
Ҡайһы бер ижад емештәрен әҙерәләү өсөн айҙар ғына түгел, хатта йылдар китә. Сөнки меңдәрсә таш киҫәктәрен төҫө буйынса тура килтерергә, йәбештерергә, шымартырға кәрәк. Оҫта Вадим Үҙәнбаев әйтеүенсә, иң ҙур бәхет эш һөҙөмтәһен күреү. Сөнки картинаның таш күсермәһе нисек килеп сыҡҡанын алдан күҙаллап булмай.
Таш тәбиғи материал. Оҫталар әйтеүенсә, уның йәне лә бар. Тик уны тоя-һиҙә белергә генә кәрәк. Ә аҫыл таштарҙан эшләнгән әйберҙәр инде йылдар, быуаттар буйы хеҙмәт итәсәк.
Әле оҫталар Урал батырға бағышланған экспозиция әҙерләй. Эпостағы мәңгелек темалар Урал таштарынан бөртөкләп йыйыласаҡ.
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb