Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияға дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияға дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы
Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы 1 августан 31 октябргә тиклем Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияға дәғүә итеүселәрҙән ғариза ҡабул итә. Ғаризаларҙы Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары – яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәт белгестәре, фольклорсылар бирә ала. Тәҡдим ителгән эштәр башҡорт әҙәбиәтенең, фольклорының проблемаларына арналырға, әҙәби әҫәрҙәрҙә халыҡтың тормошон, уларҙы борсоған мөһим мәсьәләләрҙе сағылдырырға тейеш.
Премияға дәғүә итеүсе китаптар йыл дауамында матбуғатта баҫылырға тейеш.
Ғаризаларҙы түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: Өфө ҡ., Коммунистик ур., 34. Телефон 273–30–47.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия Яҙыусылар союзы тарафынан 2012 йылда булдырылды. Тәүге лауреат яҙыусы һәм тарихсы Йыһат Солтанов.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb