«Нур» Өфө дәүләт татар театры XXIX ижад миҙгеленең киләһе премьераһына әҙерләнә. Тиҙҙән тамашасыларға Мансур Гиләжев пьесаһы буйынса “Көлмәгез, мин үләм” комедияһы тәҡдим ителәсәк.
Спектаклде театрҙың баш режиссёры, Башкортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин ҡуя.
Әҫәр төшөнкөлөккә бирелмәүсе, шат күңелле ҡарттар тураһында. Төп герой, инде йәшәргә һанаулы ғына көндәр ҡалды тип йөрөгән саҡта, үҙенең өсөн яңы өмөттәр, маҡсаттар таба. Был бәхетле табыш оҙон ғүмерлек серенә әүерелә.Сөнки тормош һәр ваҡыт матур, әгәр уның йәмен күреп йәшәй белһәң.
Был шаян комедия – өлкәндәргә, уларҙың хеҙмәтенә рәхмәт һүҙе.
Премьера 13, 14 һәм 20 ноябрҙә буласаҡ.