Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Объективта – экология
Понедельник, 05 августа 2013
Объективта – экология
Төбәктең фоторәссамдары һәм фотохәбәрселәре Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Экомәл – Башҡортостан» республика фотоконкурсында ҡатнаша ала.
Конкурсттың төп маҡсаты – тере тәбиғәтте, экологик тотороҡлоҡ гаранты булараҡ, пропагандалау һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә йәмғиәт яҡлауын йәлеп итеү. Тирә-яҡ мөхитте, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса проблемаларға иғтибар йәлеп итеү, әүҙем гражданлыҡ позицияһын үҫтереү мөһим, шулай уҡ фоторәссамдарҙың, фотохәбәрселәрҙең һәм һәүәҫкәр фотографтарҙың һөнәри кимәлен күтәреү күҙ уңында тотола. Конкурсты БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса агентлыҡ, Рәсәй фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе ойоштора.
Һәр ҡатнашыусы һәр номинацияға иң күбе 10 фотоһүрәт тапшыра ала. Номинациялар түбәндәгесә:
1. «Кеше һәм тәбиғәт». Кеше, әйтерһең дә, тәбиғәттең өлөшө. Кеше һәм тәбиғәттең ҡушылыуы, үҙ-ара мөнәсәбәте, ял мәлендә ҡыҙыҡлы хәлдәр һ.б.
2. «Сәскә ат, минең Башҡортостаным». Республиканың матурлығын һәм байлығын күрһәткән, тәбиғәт ҡурсаулыҡтарынан фотоһүрәттәр.
3. «Намыҫ экологияһы». Республиканың урмандарында, ҡала-ауылдарында, парктарҙа сүп-сарҙы таҙартыуға йүнәлтелгән экологик акцияларҙан, өмәләрҙән фотоһүрәттәр.
Эштәр 1 ноябргә тиклем ҡабул ителәсәк, еңеүселәрҙе бүләкләү декабргә билдәләнгән. Конкурстың положениеһын БР Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса агентлығы һәм БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайттарында табырға була.
Фотоһүрәттәрҙе 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йорт, 413/а кабинетына ебәрергә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 226-20-39. Автор: Л. ҺИҘИӘТОВА
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Главное меню
Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана