Олимпиада символы — Алмас Әмировта!

Олимпиада символы — Алмас Әмировта!
Олимпиада уты Рәсәй буйлап сәйәхәтен дауам итә. 19 декабрь баш ҡалабыҙ Олимпиада уйындарының төп символын – факелды ҡабул итте.
Факел менән тантаналы йүгереү 21 декабрь 09.00 – 09.40 сәғ. башлана. Олимпиаданың Эстафета утының маршруты Өфөләге Сельская Богородская — Интернациональ — Вологодская — Орджоникидзе — Беренсе Май урамдары буйлап үтәсәк.
Театрыбыҙҙың актеры - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров - Эстафета утын алып барыуға лайыҡ булды. Уның участогы № 013 – Вологодская-Орджоникидзе урамдарында үтәсәк, башлана 9 сәғ. 30 мин.
Сыраҡ тотоп йүгереүселәр араһында булыуы Алмас Әмиров ғәйәт лайыҡ! Олимпиада факелын күтәреп барыуы уның өсөн Прометей утын тотҡанға тиңдер. Кеше күңелендә мәңге ялҡып торған ғәзиз ут, сәнғәттә юғары маҡсаттарға ынтылыуҙың һүнмәҫ символы ул – Прометей уты, Олимпиада уты...
Сығанаҡ: БАДТ сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb