QR-кодтарҙа - Өфөнөң иҫтәлекле урындары

QR-кодтарҙа - Өфөнөң иҫтәлекле урындары
Баш ҡаланың һәйкәлдәрендә һәм иҫтәлекле урындарында QR-код менән табличкалар ҡуйыла башланы. 
Һуңғы ике айҙа QR-кодтар туристарға ҡыҙыҡлы 16 объектта ҡуйылды. Улар араһында – Иван Якутов исемендәге парк, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге институтының Ботаника баҡсаһы, В. Лениндың йорт-музейы, Өфө ҡала планетарийы, «Аҡбуҙат» ипподромы, «Ләлә-Тюльпан» мәсете һәм башҡалар. 
Табличкаға объекттың исеме башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә яҙыла һәм QR-код ҡуйыла. Смартфон, коммуникатор йәки планшеттың фотокамераһы аша махсус программа ярҙамында QR-кодты уҡып, ҡулланыусы автоматик рәүештә ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-туристик порталына күсә. Унда ул туристик объект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белә, фото һәм тарихи һүрәттәр ҡарай ала.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb