Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
РӘМИ РУХЫ - шул уҡ илһөйәрлек, телһөйәрлек ул
Понедельник, 17 февраля 2014
РӘМИ РУХЫ - шул уҡ илһөйәрлек, телһөйәрлек ул
Рәсәй йәштәрендә илһөйәрлек тәрбиәләнмәй, тигәнде йыш ҡабатлайҙар хәҙер һәм бының сәбәбен пионер, комсомол ойошмалары булмауға бәйләйҙәр. Был раҫлау аптыратып та ҡуя ул. Бындай ойошмалар булмаған хәлдә лә, шөкөр, илһөйәрлек тигән мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы ғаилә институы, белем усаҡтары һаҡлана лабаһа.
Шундай һөйләшеүҙәр сыҡҡанда, был раҫлау беҙҙең балаларға һәм йәштәргә ҡағыламы икән, тигән икеләнеү ҙә тыуа күңелдә. Икеләнеүҙе шунда уҡ "Юҡтыр!" тигән раҫлау баҫырып ҡуя ла, уны йөпләр миҫалдар эҙләү башлана. Иң тәүҙә, әлбиттә, ҡараштар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына төбәлә. Илһөйәр балалар тәрбиәһенең өлгө моделе барыбер ҙә ошонда йәшәй, тип уйланыла бит.
Уҡыу йорто үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнгән был көндәрҙә улар тураһында әле күп әйтелер. Әле беҙ бер генә сара - 12 февралдә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә булып үткәне тураһында ғына телгә алып үтмәксебеҙ. Шағирҙың шиғырҙарын һөйләү буйынса марафон үтте бында. 70-ләп уҡыусы Рәми Ғариповтың 70-ләп шиғырын һөйләне, шиғырҙар шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған "Сыңрау торна", "Йондоҙом", "Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ" кеүек йырҙары менән үрелеп барҙы. Сәхнәлә сығыш яһаусыларҙың ихласлығы залда тамаша ҡылыусы балаларҙа ла ихласлыҡ, күҙҙәрендә осҡон тыуҙырҙы. Уҡыусылар шулай күңелдәрен Рәми рухы, тимәк, илһөйәрлек, телһөйәрлек, милли рух менән тултырҙы, беҙгә алмашҡа битараф булмаған быуын килә икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы.
Ә 14 февралдә иһә гимназияға республиканың 22 ҡала-районынан "Ғарипов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһына йыйылдылар.
Сарала ҡатнашыусы әҙиптәрҙең, ҡасандыр уҡыу йортон тамамлаусы билдәле шәхестәрҙең шағир тормошо, ижады тураһында сығыш яһауын, хәтирәләре менән уртаҡлашыуын йотлоғоп тыңланы сараға йыйылыусы балалар. Шулай уҡ балаларҙың был сараға етди әҙерләнеп, фәнни һәм ижади эҙләнеүҙәр аша ниндәйҙер һүҙ әйтергә ынтылыуы, һығымталар яһауы ололар тарафынан һоҡланып тыңланды һәм баһаланды. Ҡыҫҡаһы, "Рәми рухы берләштерә, уйға һала, сәмләндерә, ғәмләндерә, кеше йәшәйешендәге иң юғары ҡиммәт - туған телгә, туған халҡыңа, тыуған ереңә оло мөхәббәт тойғоһон тәрәнәйтә, күңелдәргә мәңгелеккә уя", тигән хәҡиҡәттең тантанаһы булды был сара ла.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының тағы бер матур йолаһы атҡарылды был көндө. 1994 йылда уҡыу йорто Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемендәге премия булдыра һәм уны йыл да бер әҙипкә һәм уҡыусы балаға тапшыра килә. Шул ваҡыттан бирле был мәртәбәле бүләккә бик күп шәхестәребеҙ лайыҡ булған. Быйыл иһә премия интернаттың тәүге уҡыусыларының икәүһенә - билдәле ғалимдарыбыҙ Ғайса Хөсәйеновҡа һәм Нияз Мәжитовҡа тапшырылды.
Нисек кенә булмаһын, бына шундай саралар, осрашыуҙар, Рәми рухы аша илһөйәр балалар тәрбиәләнә был уҡыу йортонда ла, Өфөнөң һәм республиканың башҡа уҡыу йорттарында ла. Хәҙер балаларҙың теле "Туған тел" шиғыры менән асыла, мәктәптәрҙә Рәми уҡыуҙары, Рәми әҫәрҙәре буйынса иншалар конкурстары үткәрелә, Рәми һүҙе хатта интернет майҙанына сығып, унда барған шиғыр бәйгеһенә әллә күпме ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә. Быйыл да 12 февралдә Башҡортостандың күп уҡыу йорттарында Ғарипов шиғриәте менән илһамланды йәштәр. Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары ла күтәрмәләп алды рухиәт байрамын, күмәкләп "Туған тел" шиғырын һөйләүҙән тыңлаусылар йөрәге генә түгел, уҡыу йорто диуарҙары ла тертләгәндер. Эйе, Рәми Ғарипов бөйөк яҙмышлы шағир. Әле ҡайһы әҙиптең бер генә шиғыры менән үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡуйғаны бар!..
Автор: Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана