Рәмил Ғәйзуллин Санкт-Петербург академия филармонияһында сығыш яһаясаҡ

Рәмил Ғәйзуллин Санкт-Петербург академия филармонияһында сығыш яһаясаҡ
26 декабрҙә Дмитрий Шостакович исемендәге Санкт-Петербург академия филармонияһында «Көнсығыштың музыка риүәйәттәре» тип аталған концерт программаһы үтә. Тамаша арҙаҡлы композиторҙар -  Фәриҙә Яруллина һәм Мукан Түлебаевтың 100 йыллығына, Ариф Меликовтың 80 йәшлек юбилейына арналған.
Уларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙән тыш, кисәлә башҡорт, татар, үзбәк һәм башҡа авторҙарҙың музыкалары яңғыраясаҡ. Атап әйткәндә, Башҡортостан музыка мәҙәниәтен Нур Дауытов менән Морат Әхмәтовтың әҫәрҙәре сағылдырасаҡ.
БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, концертта БР Милли халыҡ инструменттары оркестрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин ҡатнаша. Ул Василий Андреев исемендәге Дәүләт рус академия оркестры менән солист һәм дирижер сифатында сығыш яһаясаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ мәғлүмәт агенствоһы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb