Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рауил Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте
Карта учреждений и афиш
Вторник, 26 ноября 2013
Рауил Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте
Башҡорт халҡының күренекле шәхесен баймаҡтар ихлас күңел менән бик йылы ҡаршы алды. Әҙипте был иҫтәлекле сәфәрендә уның ҡатыны Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы һәм шулай уҡ йәш ҡәләмдәштәре, шағирҙар "Ватандаш" һәм "Шоңҡар" журналы мөхәррирҙәре Азамат Юлдашбаев менән Мөнир Ҡунафин оҙатып килгәйне. Ижади кисәне күптән түгел ҡалабыҙҙа үткән Рауил Бикбаевтың юбилейы айҡанлы район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе еңеүселәренең сығышы асты.
Әҙәби байрамда бынан тыш уның шиғырҙарын яттан һөйләүселәр, ижад ителгән йырҙарҙы башҡарыусылар бихисап булды. Рауил Төхфәт улы уларҙың береһенн дә бүләкһеҙ ҡалдырманы. Әлбиттә, юбилярҙың үҙен дә бүләктәргә, йылы ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәренә күмделәр. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов шағирҙы тәбрикләп "һеҙҙең ижадығыҙ, шағир һүҙегеҙ минең өсөн ауыр саҡта терәк-таяныс, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә рухи аҙыҡ, алға әйҙәүсе көс булды" тине үҙ сығышында
Шағирҙы шундай уҡ йылы ҡотлау һүҙҙәре менән Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Ришат Яҡшыбаев, предприятие-ойошма етәкселәре, уҡытыусылар, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары тәбрикләне. Әҙиптең ҡатыны Фәриҙә апайҙың әсәһе сығышы менән райондың Юлыҡ ауылынан булыуы асыҡланды. Шуға күрә юлыҡтар Рауил еҙнәләрен дә үҙенсәлекле ҡотланы.
Рауил Төхфәт улы Баймаҡ яҡтары менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Уның етәкселегендәге яҙыусыларҙың әҙәбиәт көндәре исемле осрашыуҙары йәмле Талҡаҫ күле буйында электән үтә. Был төбәктән мин дәрт-дарман, илһам алып ҡайтам, тине ул. Ғүмеренең был бейеклегенә ул буш ҡул менән килмәгән - ике томдан торған "Көндәлектәр", "Депутат яҙмалары" исемле хеҙмәттәрен бүләк итте. Аҙна-ун көндән иһә, яҙыусының мөхәббәт шиғырҙарын үҙ эсенә туплаған "Оноторлоҡ булдымы ни?" исемле бүләк китабы ла донъя күрәсәк.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана