Риф Тойғон 1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһендә тыуа. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Ватан алдындағы бурысын үтәгәндән һуң, хеҙмәт юлын «Совет Башҡортостаны» гәзитендә башлай. Һуңынан «Ағиҙел» журналында, республика телевидениеһында эшләй.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында һәм «Нур» Татар театрында әҙәби бүлектә эшләгән ваҡытында Риф Тойғон уларҙың репертуарын байытыу өҫтөндә байтаҡ эштәр башҡара.
Риф Ғәлим улының хеҙмәт биографияһында Яҙыусылар союзы айырым бит алып тора. 13 йыл дауамында ул идаралыҡ председателенең урынбаҫары булып эшләй, 2012 йылдың март айынан шунда уҡ председатель итеп һайлана.
Риф Тойғон РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн 9.30 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә.