Рухиәтте байыта

Рухиәтте байыта
Өфөләге М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы музейында уҡыу йортоноң тарихы, эшмәкәрлеге киң сағылыш тапҡан.
Стендтарҙағы бихисап диплом, грамоталар башҡорт лицейының уңыштары хаҡында бәйән итә. Белем усағына нигеҙ һалған Мөхәммәт Исҡужинға арналған айырым мөйөш булдырылған. Унда шәхестең биографияһына, шәжәрәһенә, туған тел хаҡындағы ҡанатлы һүҙҙәренә урын бирелгән, төрлө фотоһүрәттәре ҡуйылған. Музейҙа ошо лицейҙы тамамлап, төрлө тармаҡта уңышлы эшләгән йәштәр, элекке хеҙмәткәрҙәр, уҡыу йортона һәр яҡлап ярҙам итеүселәр тураһында мәғлүмәттәр ҙә бар. 
Ғөмүмән, рухиәт мөйөшөнөң балаларға яҡшы тәрбиә һәм белем биреүҙә ярҙамы ҙур.
Автор: Н. ҒӘЛИЕВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb