Рәсәй йыйылма балалар хорына ингән Стәрлетамаҡ йырсылары Владимир Путин алдында сығыш яһаны

Рәсәй йыйылма балалар хорына ингән Стәрлетамаҡ йырсылары Владимир Путин алдында сығыш яһаны
Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың Мариин театрында йыйылма балалар хоры һәм концерт программаһының дөйөм репетицияһы уҙҙы, унда «Бәләкәй принц» Стәрлетамаҡ коллективынан 10 бәләкәй хорсы ҡатнашты. Волга буйы федераль округы хоры составында улар Юрий Чичковтың «Солдатские звезды» музыкаһына йыр башҡарҙы. Рәсәй йыйылма хоры составында – Дмитрий Шостаковичтың «Родина слышит», Сергей Прокофьевтың «Славься, наш могучий край!» һәм Александр Александровтың «Государственный Гимн Российской Федерации» әҫәрҙәре. Хор менән РФ халыҡ артисы Валерий Гергиев дирижёрлыҡ итте.
Репетицияларҙың береһендә РФ Президенты Владимир Путин булды. Бәләкәй йырсылар бер нисә күренекле балалар йырҙарын – «Пусть всегда будет солнце», «Орлята учатся летать» башҡарҙы.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова әйтеүенсә, Стәрлетамаҡтан балалар Петербургҡа 2 ғинуарҙа барып етте һәм 3 ғинуарҙа уҡ бөтә Рәсәй проектында ҡатнашыусы барлыҡ балалар менән репетиция яһай башланы.
— Бәләкәй йырсылар өсөн Петербург музейҙарына һәм театрҙарына сәйәхәт ҡылыу менән бай мәҙәни программа ойошторолған. Рәсәй йыйылма хоры йырсылары 11 ғинуарҙа өйҙәренә ҡайта, ә инде ғинуар аҙағында Олимпиаданы ябыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн Сочиға юлланасаҡ, — тип хәбәр итте Ләйлә Ишморатова.
Олимпиадала сығыш яһау өсөн тап ошо хорҙы тиккә генә һайламағандар. Стәрлетамаҡтың 3-сө балалар музыка мәктәбе коллективы «Хор йәйғоро» республика фестиваленең Гран-при яулаусыһы һәм башҡа бик күп абруйлы конкурстар еңеүсеһе. «Бәләкәй принц» малайҙар хоры менән Людмила Герасимова етәкселек итә.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb