Салауат Низаметдиновты һуңғы юлға оҙаттылар

Салауат Низаметдиновты һуңғы юлға оҙаттылар
Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле композитор Салауат Низаметдинов менән хушлашыу тантанаһы үтте. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға Салауат Әхмәҙи улының ижадын һәм шәхесен хөрмәт иткән кешеләр йыйылды. Митингта Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, БР Композиторҙар союзы рәйесе Рәит Ғайсин, композитор Нур Дауытов, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев сығыш яһаны.
Һуңғы юлға Салауат Низаметдиновты алҡыштар менән оҙаттылар.
Ижадсы тураһындағы яҡты хәтирәләр күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb