Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында композитор Салауат Низаметдиновҡа арналған хәтер кисәһе үтә. Концертта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солистары ҡатнашасаҡ. Тамаша ике бүлектән тора: беренсеһендә тамашасы «Тормош геометрияһы» тип аталған бер актлы опера ҡараһа, ә икенсеһендә композиторҙың дуҫтары һәм уҡыусылары уның йырҙарын башҡарасаҡтар.