М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры эргәһендә «Самрау» балалар театры студияһы үҙенең эшен башлай. Студияға 10–17 йәшлек балалар ҡабул ителә, уҡытыу рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыласаҡ. 5-6 октябрь 15.00-17.00 сәғәттә театр бинаһында кастинг уҙғарыла.