Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаттары иғлан ителде.
Быйыл журналистар араһында абруйлы бүләккә өс кеше лайыҡ булды:
“Молодежная газета” хәбәрсеһе Эмилия Завричко - социаль темаларға яҙылған материалдар өсөн,
“Йәшлек” гәзитенән Нур Ҡәҙербаев - спорт темаһына материалдары өсөн,
журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлоғилдина - "Һуғыш балалары һөйләй" китабы өсөн.
Премияны тапшырыу тантанаһы бөгөн Республика йортонда була.