Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы

Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә ҡараған комиссия тарафынан Ш.Хоҙайбирҙин премияһына дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы. Премия ҡарарына ярашлы, ул айырым һәм коллектив менән сығыш яһаған журналистарға ошо өлкәлә 2012 йылдың сентябренән 2013 йылдың авгусында сыҡҡан иң яҡшы материалдарға бирелә.
Түбәндәге эштәр ҡабул ителә:
- Репортаждар, очерктар, документаль повестар, публицистик мәҡәләләр
- Теле- һәм радиотапшырыуҙар
- Рсепублика, Рәсәй, сит ил баҫмаларында донъя күргән фотоһүрәттәр серияһы
- Айырым китап булып баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр.
Материалдарҙа хәҙерге замандаштың йөҙө, милли мәҙәниәт, халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәтте борсоған мөһим мәсьәләләр, социаль-иҡтисади темалар сағылырға тейеш.
Конкурс шарттарына ярашлы, мәҡәләләр һаны сикләнмәй, фотоһүрәттәр кәмендә бишкә яҡын булырға тейеш. Эштәр ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР-ҙың Журналистар союзы. Телефон: 276–42–66

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb