Шағир һәм журналист Рим Иҙиәтуллин вафат булды

Шағир һәм журналист Рим Иҙиәтуллин вафат булды

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, шағир һәм журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы Рим Иҙиәтуллин арабыҙҙан китте. Мәрхүм менән хушлашыу Саҡмағош районында уҙа.

Рим Зиннәтулла улы Иҙиәтуллин 1940 йылдың 23 февралендә Саҡмағош районының Яңы Мортаза ауылында тыуған. Дүрт йыл заводта эшләп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға ингән. Хеҙмәт юлын «Кызыл таң» гәзите редакцияһында башлаған. 1987-1992 йылдарҙа «Һәнәк» журналының – әҙәби хеҙмәткәре, 1992-2000 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитенең төрлө бүлексәләре мөдире булып эшләгән.

Уның шиғырҙары студент йылдарында уҡ республика гәзит-журналдары биттәрендә баҫылып сыҡҡан. Улар рус, украин, татар, башҡорт телдәрендә сыҡҡан.

Уның «Хәйерле иртә» (1983), «Хәйерле көн» (1996), «Хәйерле кис» (2007) тигән өс китабы донъя күргән. Рим Зиннәтулла улы  республикала иң яҡшы юмор оҫталарының береһе булды һәм оҙаҡ йылдар ошо жанрҙа уңышлы хеҙмәт итте. «Кызыл таң» гәзитендә эшләгән йылдарҙа «Тетәбикә һәм Ғәҙелйән», «Кызык таң» юмористик биттәре авторы булды.

 

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb