Шишмә районында журналистар аллеяһы барлыҡҡа килде

Шишмә районында журналистар аллеяһы барлыҡҡа килде
Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары журналистары ошо рәүешле тирә-яҡ мөхитте, урмандарҙы һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Башҡортостанда үткән "Йәшә, урман" акцияһы барышында төбәктә 1 миллион 200 мең төп ағас ултыртылды. Шулай итеп, урмандар майҙаны 300 гектарға артты. 
Сарала 100-ҙән ашыу журналист ҡатнашты. Улар биш гектар маҙанға 25 мең имән, ҡарағай ағастарын ултыртты. Ғөмүмән, тотош республика "Йәшә, урман" акцияһына үҙ өлөшөн индерҙе. Мәктәптәрҙә был сараға арналған дәрестәр үтте. Уҡыусылар шулай уҡ урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнашты.
Ағас - урман нигеҙе. Уны үҫтереү өсөн өс быуындың хәстәрлеге талап ителә. Ултыртылған үҫентеләрҙең 80 проценты ғына иҫән ҡала, тип билдәләй урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин.
Донъяла "Йәшә, урман" акцияһында ҡатнашыусылар һаны йылдан йыл арта. Ҡайһы бер илдәрҙә ул хатта байрам көнө булараҡ та билдәләнә. Маҡсаты изге. Кешеләрҙең урман проблемаһына иғтибарын йүнәлтеү. Бөгөнгө акция сиктәрендә генә бер миллион ике йөҙ төп ағас ултыртылды. Шулай итеп, урмандар майҙаны 300 гектарға артты.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb