Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Силәбелә йәш ҡурайсылар әҙерләйҙәр
Понедельник, 16 декабря 2013
Силәбелә йәш ҡурайсылар әҙерләйҙәр
Силәбелә Шәйехзада Бабич исемендәге китапхана базаһында боронғо башҡорт халыҡ музыка ҡоралы – ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү курстары үткәрелә. Уға Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселек итә.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров һөйләүенсә, Азат Айытҡоловтың методикаһы буйынса ҡурайҙа бер ҡасан да уйнап ҡарамаған кеше ни бары ете көн эсендә өс-дүрт көй өйрәнә ала. Уҡытыу Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы тарафынан «Башҡорт йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу» проекты сиктәрендә уҙғарыла. Курстар йәштәр араһында башҡорт милли уйын ҡоралында башҡарыусылар төркөмөн ойоштороуға булышлыҡ итергә тейеш.
Музыкант Силәбе өлкәһенә килгән ваҡытында Ҡоншаҡ районының «Маяҡ батырҙары» башҡорт ансамбле балалары өсөн ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ-класы үткәрергә һәм Арғаяш районының башҡорттар йәшәгән Ҡолой ауылында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре алдында хәйриә концерты менән сығыш яһарға йыйына.
Ҡурайҙа уйнау курстары 16 декабрҙә башлана.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Главное меню
Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана