Сираттағы зоопарк асылды

Сираттағы зоопарк асылды
Үткән йәкшәмбелә баш ҡалала тағы ла бер зоопарк асылды. Ул Сипайлово биҫтәһендәге «Простор» сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Хайуандарҙы ҡарарға килеүселәр уларҙы ашатып һәм һыйпап ҡарай ала. Әйтергә кәрәк, бының һымаҡ зоопарк май айында “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә асылды. 
Зоологик күргәҙмәлә Өфөлә берҙән-бер һаналған ара тутыйғошы, бәләкәй сусҡалар – мини-пигтар, диңгеҙ сусҡалары, 40-тан ашыу тутыйығош, ҡуяндар, ярғанаттар, селдәр, өйрәктәр, бәләкәй ат, игуана, кәзә-һарыҡ, өйрәктәр, тауыҡтар, алйырҙандар, гигант ҡусҡарҙарҙы күрергә мөмкин. 
Зоопаркка инеү өсөн билет хаҡы ялдарҙа - 170 һум, эш көндәрендә 120 һум тора. Хайуандарҙы ашатыу өсөн аҙыҡты эстә һатып алырға була, үҙегеҙ менән алып килергә ярамай. Бында шулай уҡ балалар бүлмәһе лә эшләй.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb