Социаль реклама - йәмғиәттең асылын билдәләүсе мөхит

Социаль реклама - йәмғиәттең асылын билдәләүсе мөхит
«Таҙа ҡала» IX халыҡ-ара фестивалгә йомғаҡ яһалды. Рәсәй төбәктәренән, Бойондороҡһоҙ дәүләттәрҙән ҡабул ителгән 500-ҙән ашыу эштең иң-иңдәре финалға үтте. Гран-приға Екатеринбург ҡалаһынан «Һаҡлаусы фәрештә» видеояҙмаһы авторҙары лайыҡ булды.
Эскелек, сүп-сарланған тәбиғәт, ришүәтселек күренештәре - йәмғиәтте, кешелек донъяһын борсоған проблемалар плакаттарҙа асыҡ сағыла.
Күргәҙмәлә ниндәй генә эштәр юҡ! Фестивалдәге социаль реклама йәмғиәтте кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа, бер-береңә ихтирамлы булырға, заман афәте ҡоло булмаҫҡа саҡыра. Мәҫәлән, «Һин мине хөрмәт итмәйһеңме?» плакатын алайыҡ. Тап ошо мөрәжәғәттән ҙур йәмәғәт сиренә орлоҡ һалына ла инде. Үҫмергә йүнәлтелгән был һүҙҙәр уны «йәшел йылан» тотҡонона әйләндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә был проблема көнүҙәк булып ҡала. Эштәр араһында сәләмәт тормошҡа саҡырыусы плакаттар ҙа бар ине.
Төрлө темаға арналған плакаттар, видео һәм аудиояҙмалар. 500-ҙән ашыу эштең өс йөҙө финалға үтте. Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО клубы ағзалары тарафынан ойошторолған «Ҡала монстрҙары» экологик инсталляцияһы күптәрҙең күңелен яуланы.
Тамашасылар киләсәктә фестивалдә башҡорт телендәге социаль рекламаларҙы ла күрергә теләүен билдәләне. Хәйер, ойоштороусылар быны күҙ уңында тотор тип ышанайыҡ.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb