Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
СОЦИАЛЬ РЕКЛАМА... юл ярыуҙы дауам итә
Карта учреждений и афиш
Вторник, 26 ноября 2013
СОЦИАЛЬ РЕКЛАМА... юл ярыуҙы дауам итә
Өфөлә "Ҡала мөхите" социаль реклама фестивале үтте. Туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған сара Халыҡ-ара фестиваль статусын алды ла инде. Быйыл конкурсҡа Өфөнән, Харьковтан, Ырымбурҙан, Силәбенән, Пермдән һәм башҡа ҡалалар коллективтары һәм авторҙарҙан 300-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Эштәрҙе Өфөнән тыш, Мәскәү, Ҡаҙағстан, Ҡытайҙан килгән белгестәр баһаланы.
Фестиваль үткәрелә башлағандан алып уның төп маҡсаты - баш ҡалабыҙ Өфөлә социаль рекламаны үҫтереү. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән ыңғай күренештәрҙе танымай булмай. Уларҙың (социаль рекламаларҙың) йөкмәткеһе халыҡ аңына барып етәме, кешеләрҙең зиһенен, ҡараштарын үҙгәртәме - уныһы икенсе мәсьәлә. Ләкин реклама майҙансыҡтарында социаль йүнәлештәге саҡырыуҙарҙы күреү ҡыуандырмай ҡалмай. Шулай уҡ сара һәләтле ижадсыларға үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеү өсөн уңайлы мөмкинлек тә. Улар үҙ ижады менән йәмғиәтебеҙҙәге төрлө кире күренештәрҙе иҫкәртеүҙә, халыҡҡа гуманизм идеяларын еткереүҙә, үҙеңә һәм башҡаларға, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
Әлбиттә, быйылғы сара үткән йылдарҙағына ҡарағанда ҡайтышыраҡ булды, тигәнерәк фекерҙәр ҙә яңғыраны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иғлан ителгән теманы тулы яҡтыртҡан, креатив һәм социаль реклама талаптарына яуап биргән эштәр ҙә етерлек ине. Ойоштороусылар билдәләүенсә, фестиваль "Бер тапҡыр ҡулланыла торған йәмғиәт" (Одноразовое общество) ҡалыптарынан сығырға саҡыра. Ысынлап та, тормошҡа ошондай ҡалыптар аша ҡарағанға күрә, йәмғиәтебеҙҙә төрлө афәттәр, кешеләргә һәм тирә-яҡ мөхиткә битараф ҡараш йәшәй. Кеше үҙенең, үҙен уратып алған йәмғиәттең киләсәген уйламай, ваҡытлы ҡәнәғәтләнеү тойғоһо татыр өсөн дөйөм ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығара.
Быйылғы "Ҡала мөхите"нең төп темаһы экология, таҙа ҡала проблемаһы булды. Мәскәүҙән килгән жюри ағзаһы Гюзеллы Николайшвили әйтеүенсә, был тема бар донъяла социаль рекламаның төп тренды икән. Етмәһә, Башҡортостанда 2013 йылда иғлан ителгән "Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы" менән ауаздаш. Башҡорт дәүләт университеты студенттарының сүп-сарҙы теләһә ҡайһы ергә ташламауға йүнәлтелгән эштәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ҡатнашыусылар коррупция темаһын да урап үтә алманы. Рәсәй өсөн ҡот осҡос кимәлгә еткән ошо афәтте тамырынан юҡҡа сығарыуға ҡоролған бихисап эштәр ҡатнашты конкурста. Ә инде наркоманлыҡ, тәмәке тартыуға ҡаршы йүнәлдерелгән, сәләмәт тормошто пропагандалаған темалар фестиваль үткәрелә башлағаны бирле актуаллеген юғалтмай. Бер аҙ кәмегән кеүек күренеүгә ҡарамаҫтан, эскелек баш ҡаланың төп социаль бәләләренең береһе булып ҡала килә. "Һин мине хөрмәт итәһеңме?" - тап ошо һүҙҙәр менән йәш үҫмерҙәргә тәү тапҡыр иҫерткес эсемлек тәҡдим ителә, тап ошо һүҙҙәр аша йәштәр, балалар "йәшел йылан" тотҡонона әйләндерелә. Фестивалдә тәҡдим ителгән "Һин мине хөрмәт итәһеңме?" тип аталған плакат бындай "хөрмәт"тең үлемесле икәнен иҫкәртә.
Шулай итеп...
2009 йылдан алып был конкурста башҡорт тематикалы һәм башҡорт телендәге эштәр ҙә ҡатнаша торғайны. Төрлө йылдарҙа унда бихисап социаль видеоролик һәм плакаттар тәҡдим ителде, хатта призлы урындар яуланы. Быйыл иһә тәҡдим ителгән эштәр араһында бер генә башҡортса проект та күренмәне. Ә бит унда ҡатнашырҙай йәштәребеҙ етерлек. Бәлки, ойоштороусылар үҙҙәре лә был тәңгәлдә әүҙемлек күрһәтергә, тематиканы киңәйтеү юҫығында башҡорт телендә ижад итеүселәргә айырым тәҡдим менән сығыш яһарға тейеш булғандыр?
Автор: Азамат САЛАУАТОВ.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана