Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Сәхнәлә — өс быуын
Карта учреждений и афиш
Вторник, 08 октября 2013
Сәхнәлә — өс быуын
Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы, күптән инде сыңлы тальяны менән күңел түрендә урын алған Фән Вәлиәхмәтов, урман ҡыҙы, илаһи талант, Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи, үҙенсәлекле моңо менән тамашасыны тирбәтеүсе Илнар Сәйфиев — өсөһө өс быуын йырсыһы. Әммә йырҙары менән гел йәшлектә йәшәй улар.
Әлбиттә, һәр быуын йырсыһының үҙ моңо, үҙ күңел донъяһы, үҙ фәлсәфәһе бар. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр ҡайһыһын тамашасы көтөп ала. Фән Вәлиәхмәтов әйтәһен Хәниә Фәрхи әйтмәй, Илнар Сәйфиев уларҙы ҡабатламай. Хәйер, бының шулай икәнлегенә Өфөнөң Йәштәр һарайында 9 октябрҙә үтәсәк "Бер концертта өс йырсы" проектын ҡарағандан һуң тамашасы үҙе лә инаныр.
Ошо ҡабатланмаҫ концертҡа әҙерлек тураһында һорашҡас, шөһрәтле артист түбәндәгеләрҙе еткерҙе.
Фән ВӘЛИӘХМӘТОВ:
— Ғүмер тиҙ уҙа, шулай ҙа күңелдең үткәндәрҙе ҡалдырғыһы килмәй. Йырҙар беҙҙе әле тыуған ауылға, атай-әсәй ҡосағына, әле беренсе мөхәббәт янына, ир уртаһы саҡҡа, баҫҡан ерҙән ут сығарған мәлдәргә алып ҡайта. Гүйә, беҙ йырҙа йәшәйбеҙ, йырҙа йәшәрәбеҙ, тамашасыға ла йәшлек өләшәбеҙ. Шуға ла улар ҡәҙерле. Тамашасыға халыҡ йырҙары менән бергә заман кешеһенең күңеленә үтеп инерлек, уларҙың аңын яҡтыртырлыҡ, күңелен сафландырырлыҡ йырҙар бүләк итке килә.
Туйыр-туймаҫ ризыҡ ашап,
Кейер-кеймәҫ йөрөһәк тә,
Беҙҙең йәшлегебеҙ бит ул,
Нисек кенә тиһәк тә.
Был һүҙҙәрҙе ижадташ дуҫым Зифа Нагаева яҙған. Халыҡсан уның йырҙары. Тамашасы йылы ҡабул итә. Әҙәм балаһы хыял-ниәтһеҙ генә йәшәмәй. Сәхнәгә юғары әхлаҡи, тәрбиәүи, миһырбанлы йырҙар алып сығаһы ине.
Автор: А. АБҘАҠОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана