М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ижад миҙгелен ябыу тантанаһы яҡынлашып килә. Йола буйынса миҙгел һөҙөмтәләренә ҡарап театрҙа иң яҡшы актер, режиссер, рәссам, композитор эштәрен баһалана, иң яҡшы спектаклде билдәләнә. Шулар араһында иң абруйлы баһа булып «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы тора. Театрҙың 96-сы ижад миҙгелендә ниндәй актер үҙен сағыу йондоҙ итеп танытты, кемдең ижад эше һеҙҙең күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы? Шуның исемен (ниндәй спектаклдә ниндәй геройҙы кәүҙәләндереүен) «Бәйләнештә» социаль селтәрендә махсус тема аҫтына комментарийҙарҙа яҙып ебәрегеҙ (http://vk.com/bashdram?w=wall-8776450_9288) .
Быйылғы премьераларҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы», «Йософ һәм Зөләйха», «Хыялға ҡаршы», «Джут. Һуңғы йәйләү».
Тамашасы һөйөүенә кем лайыҡ?