Тамашасың ҡуйҙы бис!

Тамашасың ҡуйҙы бис!
15 февраль көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә шаулап-гөрләп Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың юбилей бенефисы уҙҙы.
Юбилей кисәһендә тамашасы артистың театр йылъяҙмаһына уйылып ҡалған - Йыһан ҡарсыҡ («Башмағым» Х.Ибраһимов), Ильяс («Ҡыҙ урлау» М.Кәрим), Яппар («Ҡоҙаса» Б.Бикбай, З.Исмәғилев) һәм башҡа ролдәрен күрҙе, уның башҡарыуында «Буранбай», «Азамат» кеүек мәшһүр халыҡ йырҙарын ишетте. Рәүис Хәбир улын республикабыҙ йәмәғәтселеге, Ҡыйғы, Мәсетле, Ғафури, Әлшәй һәм башҡа райондарҙан дуҫтары, тамашасылары, Ғ.Камал ис. Татар дәүләт академия театрынан коллегалары ҡотланы.
Кисә күтәренке рухта башланып ысын мәғәнәһендә ҙур ижади байрамға әүерелде. Рәүис Заһитовтың оҙайлы һәм бай ижад юлын байҡап, уның юмор, йыр-моң тулы юбилей бенефисынан тамашасы үҙенә байрам кәйефе, шатлыҡлы хистәр алып ҡайтты. Тәнәфес ваҡытында халыҡ арығансы үҙе лә бейене. Шулай итеп, тамашасы юбилярҙың 65 йәшлек юбилей байрамын ихлас уртаҡлашты, артисты ҙурлап алҡыштарға күмде. Залда алма төшөр урын булманы.
Ә кисә, ысынлап та, зауыҡ менән, хәтерҙә ҡалырлыҡ һәм матур ойошторолғайны. Унда театрҙың бөтә ижади коллективы ҡатнашты (сценарийҙың авторы - З.Бураҡаева), режиссеры - С.Асҡарова), сәхнә биҙәлеше -А.Нестеров).
Юбилей бенефисы тамамланғас та кисәлә яңғыраған юмор, йырҙар ҡолаҡта оҙаҡ сыңлап торҙо.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb