Татарстандағы йәш әҙиптәрҙән күстәнәс

Татарстандағы йәш әҙиптәрҙән күстәнәс
Татарстандың Яҙыусылар союзы башланғысы менән Ҡазанда 7-8 ноябрҙә ике республиканың йәш яҙыусылары өсөн уртаҡ семинар уҙғарыла. Унда Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаған биш татар һәм биш башҡорт ҡәләмдәштең ҡулъяҙмаларын Татарстандың билдәле яҙыусылары тикшереп, баһа бирәсәк. Китап итеп сығарырлыҡ яҙмаларҙы нәшриәткә тәҡдим итеү, ә авторҙарын Союзға ағза итеп алыу мәсьәләләрен дә ошо семинарҙа ҡарарға тейештәр. Татарстандың өмөтлө ҡәләм эйәләре эштәрен иһә башҡорт яҙыусылары уҡый. 
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb