Таң Еникеев «Рәсәйҙең халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ булды

Таң Еникеев «Рәсәйҙең халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ булды

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты, танылған театр рәссамы Таң Еникеев «Рәсәйҙең халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ булды. Таң Ғүмәр улына был маҡтаулы исемде мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Таң Ғүмәр улы Еникеев 1948 йылдың 1 октябрендә Өфөлә тыуған. 1975 йылда В.И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлай (педагогы В.Ф.Рындин, М.М.Курилко). Ике йыл Е. Вахтангов театрында практика үтә. 1973 йылдан алып рәссам-сәхнәгә ҡуйыусы, 1980—2000 йылдарҙа — Башҡорт академия драма театрының баш рәссамы. Йәнекәев Таң 2000 йылда Ырымбур ҡалаһына күсә. Әлеге ваҡытта ул М.Горький исемендәге Ырымбур драма театрының баш рәссамы. Еникеев Башҡортостан һәм Рәсәй театрҙарында 200-гә яҡын спектаклдәр биҙәгән.

Таң Еникеев Башҡорт академия драма театрында М.Кәрим әҫәрҙәре буйынса «Ташлама утты, Прометей!», «Диктаторға ат бирегеҙ!», «Ай тотолған төндә», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..», Н.Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша», Ф.Кроммелинктың «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир», Ф.Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!..» һәм башҡа спектаклдәрҙе биҙәгән.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb