Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Театр Халыҡ-ара туған тел көнө форумында
Четверг, 27 февраля 2014
Театр Халыҡ-ара туған тел көнө форумында
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылына арнап ойошторолған сараларҙың береһе 21 февралдә үтте. Ул көндө Башҡортостан Президенты янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡатнашлығында «Мин башҡорт телен яратам!» тигән мәҙәни форумы булды. Форум программаһында башҡорт мәҙәниәте һәм театры, башҡорт теле темаһына студенттар менән әңгәмә алып барылды. Тамашасы менән бындай осрашыуҙар бик мөһим. Форум асыҡ, тура диалог формаһынан мәҙәниәт, тел, традициялар, сәнғәт тураһында ихлас әңгәмә, фекер алышыуға әйләнде. Был сарала Башҡорт академия драма театры артистары: Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Гөлмирә Исмәғилева, Артур Ҡунаҡбаев ҡатнашты.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы студенттарға мәҙәниәтебеҙҙең, туған телебеҙҙең һаҡлаусыһы - башҡорт театрының тарихы менән таныштырҙы. Ул башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы, ихлас күңеллелеге, батырлығы, тарихтан ҡыҙыҡ ваҡиға тураһында ла мауыҡтырғыс һөйләне. Һүҙ оҫтаһы Суфия Шәрәфулла ҡыҙы бик әүҙем диалог алып барҙы, Рәшит Назаровтың «Йөрәк» шиғырын уҡып, башҡорт телен белмәгән тыңлаусыларҙың был шиғырҙың мәғәнәһен улар нисек аңлағанын да һораны. Тел бит ул аңда ғына түгел, ә йөрәктә лә.
Йәш артистарҙы - Артур Ҡунаҡбаевты һәм Гөлмирә Исмәғилеваны тамашасы бик яҡын, үҙҙәренең тиңдәштәре итеп күрҙе, уларға ҡыҙыҡ һорауҙар бирҙе. Г. Исмәғилева Рәми Ғариповтың «Башҡортостан» шиғырын уҡыны.
Студенттар ҙа ихлас күңелдән форумға әҙерләнеп килгән, улар туған телгә арналған шиғырҙар, йырҙар башҡарҙы.
Ниндәй генә тел булмаһын – башҡорт, рус, татар, сыуаш һ.б. - туған телде белгән кеше – бәхетле, тәүфиҡлы кеше, тигән дөйөм уй-фекергә килделәр форумда ҡатнашыусылар.
Осрашыу бик йылы рәүештә үтте. Артабан да ошоға оҡшаш ижади проекттар ойоштороу тураһында һүҙ барҙы.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана