Театр яңылыҡтары

Театр яңылыҡтары
12 октябрь 18.00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 94-се ижад миҙгелен бөйөк яҙыусыбыҙ Мостай Кәримгә арналған музыкаль-әҙәби кисә менән аса. Театр артистары башҡарыуында шағирҙың шиғырҙары, унын һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ. Ә 19.00 сәғәттә театр үҙенең шаршауҙарын асасаҡ һәм тамашасы иғтибарына «Ай тотолған төндө» (режиссеры Айрат Әбушахманов) спектакле тәҡдим ителәсәк.
Шулай уҡ был ижад миҙгелендә Таңсулпан Ғарипова пьесаһы буйынса «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» (режиссеры Олег Ханов) мюзиклының премьераһы, Мәжит Ғафури әҫәре буйынса «Ҡара йөҙҙәр» (режиссеры Айрат Әбушахманов) спектакле көтөлә. 
Яратҡан театрыбыҙ 8 октябрь Башҡортостан Республикаһының Ҡаҙағстан Республикаһындағы көндәре сиктәрендә ҡаҙаҡ сәхнәһендә «Аҡ пароход» (режиссеры Л.Зайкаускас) спектакле менән сығыш яһаясаҡ.
Быйылғы йылда яңы проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул да булһа балаларҙың ижади мөмкинлектәрен асыу маҡсаты ҡуйған «Самрау» балалар студияһы.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb