Театрҙа ғашиҡтар көнө

Театрҙа ғашиҡтар көнө
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ғашиҡтар өсөн үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. 
Ғашиҡтар! Һөйгән йәрҙәрегеҙгә сихри бер кис бүләк итегеҙ: бергәләп театрға килегеҙ!
18.30 сәғәттә театр фойеһында - оркестр сығышы, яҡты хистәр бүләк итер саралар - хат аша яратҡан артистарығыҙға ҡарата үҙ тойғоларығыҙҙы, теләктәрегеҙҙе еткереү мөмкин буласаҡ.
14 февраль- театрҙағы Ғашиҡтар көнө мөхәббәтле, йыр-моң тулы «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова) музыкаль мелодрамаһы менән менән тамамланасаҡ.
Ғашиҡтар көнөндә театрҙа уҙғарған илаһи кисегеҙ хәтерегеҙҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ ваҡиға буласаҡ.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb