Туймазы ҡалаһында "Оҙон көй" республика конкурсы үтте

Туймазы ҡалаһында "Оҙон көй" республика конкурсы үтте
Туймазы ҡалаһында үткән бәйгелә Башҡортостан, Татарстан Республикаларынан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 130 конкурсант ҡатнашты. Улар ике көн дауамында халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығында көс һынашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе съезында ойошторолған конкурс милли мәҙәниәтте, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар оҫталығын үҫтереү, фольклорҙы тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бәйгелә профессиональ кимәлдә шөғөлләнмәгән төрлө йәштәге башҡарыусылар ҡатнаша. Улар классикаға әйләнгән башҡорт халыҡ йырҙарын да, үҙе йәшәгән төбәктең фольклор өлгөһөн дә һайлай ала. Шулай уҡ мотлаҡ йырланырға тейеш әҫәрҙәр ҙә бар. Йырҙы башҡарыр алдынан конкурсант уның тарихын да һөйләргә бурыслы.
Ҡала кимәлендә башланған конкурс хәҙер инде төбәк-ара статусҡа эйә. Быйыл унда Санкт-Петербургтан алып Ханты- Мансы автономия округына тиклем аранан конкурсантар ҡатнашты. Улар оҫталығын ике номинация буйынса һынаны.
"Оҙон көй" яңы исемдәр аса. Был юлы ла баһалама ағзалары халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙың күплеген билдәләне. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Ғафури районынан Рәмил Сәйфуллин Гран-приға лайыҡ булды. Йырсыларҙың сығышын ҡарарға килгән халыҡ саранан рух күтәренкелеге һәм тик ыңғай тәьҫораттар алды.
Туймазыла үткән конкурс халыҡтарҙы берләштереүсе оло тантанаға әүерелде. Шуға ла бындай бәйгеләр киләсәктә лә мотлаҡ үткәреләсәк, ти ойоштороусылар. Бер үк ваҡытта ул киләһе йыл бәләкәй генә юбилейын да билдәләй.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb